Уҙған төндә "Өфөнефтехим" предприятиеһында "Гидрокрекинг" ҡоролмаһында ут сыҡты

Уҙған төндә "Өфөнефтехим" предприятиеһында "Гидрокрекинг" ҡоролмаһында ут сыҡты 17.07.2016

Был ойошма "Башнефть" компанияһына ҡарай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәлә алты кеше үлгән, тағы ла икәүһе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Әлеге ваҡытта махсус комиссия янғын сәбәптәрен асыҡлай.

Был кадрҙарҙы Иҫке Турбаҫлы ауылында йәшәүселәр төшөрөп алған. Шаһиттарҙың төнгө тыныслығын көслө гөрһөлдәү боҙа. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, шартлауҙан йорттар ҙә тетрәнеп ҡуйған. Ҡото осоп урамға йүгереп сыҡҡан халыҡ күккә ашып торған ялҡын һәм ҡара төтөн болоттары шаһиты була.

Башнефть компанияһына ҡараған Өфөнефтехим заводында янғын сығыуы тураһында төнгө дүрттәр тирәһендә мәғлүм була. Асыҡланыуынса ут гидрокрекингтан сыҡҡан. Был  ҡоролма юғары температуралы нефть продукттарын эшкәртеү һәм һыуытыу өсөн ҡулланыла.

Янғынға ҡаршы 50-нән ашыу техника һәм 130-лап ҡотҡарыусы йәлеп ителгән. Фажиғә урынында өс хеҙмәткәрҙең үле кәүҙәһе табыла. Тағы ла икәүһе реанимацияға оҙатыла.

Ҡотҡарыусаылар биш кешене емереклектәр аҫтынан әлегә тиклем таба алмайҙар. Республиканың тәфтиш комитеты был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Улар фекеренсә, предприятиела хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре  боҙолған.
Әле техноген фажиғә урынында янғын тулыһынса һүндерелгән . Уттың ҡабаттан тоҡанып китеү ихтималлығы юҡ. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән ерҙә шулай уҡ экологтар ҙа эшләй. Улар әйтеүенсә, шартлау һәм янғын эҙемтәләре тирә -йүнгә зыян килтермәй.

Анализдар күрһәтеүенсә, Һауала зарарлы матдәләр күләме норманан ашмай. Халыҡҡа хефләнергә урын юҡ, ти белгестәр. Социаль селтәрҙәрҙә, интернет киңлектәрендә халыҡ борсолоу белдерһә лә яуаплы ведомстволарға ялыу , зарланыу менән мөрәжәғәт итеүселәр юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика