Уҙған төндә Өфөнөң Карпов ауылы эргәһендә юл-транспорт фажиғәһе теркәлде

Уҙған төндә Өфөнөң Карпов ауылы эргәһендә юл-транспорт фажиғәһе теркәлде 28.03.2015

Аварияла «Опель-Вектра» менән ике Рәсәй  автомобиле зыян күрҙе.  

Юл хәрәкәте хәүефһеҙле дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, туғыҙынсы модель ВАЗ автомобилендә китеп барған 22 йәшлек егет  идара итеү һәләтен юғалтып ошо уҡ йүнәлештә барыусы транспорт сараһына бәрелә. Көслө һуғылыуҙан һуңғыһы ҡаршы һыҙатҡа сығып иномарканы  төкөй. Бәхеткә, һәләк булыусылар юҡ. Әммә биш кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән  дауаханаға мөрәжәғәт итә.
Әйткәндәй, уҙған төндә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдҡа сыҡты. Рулгә эскән килеш ултырған водителдәр асыҡланды. Киң мәғлүмәт саралары аша алдан мәғлүмәт бирелеүгә ҡарамаҫтан ҡырын тейәп юлға сығыусылар кәмемәй. Мәҫәлән, ҡулға алынған был иҫерек водитель йорт алдындағы машинаһын икенсе урынға күсерергә теләгән. Һәр хәлдә, ул инспекторҙарға үҙ ғәйебен шулай тип аңлатырға маташты. Әммә был осраҡта закон уның яғында түгел. Уға 15 тәүлеккә иркенән мәрхүм ителеү һәм ҙур күләмдә штраф янай. Шулай уҡ ул ике йылға тиклем водитель таныҡлығынан ҡолаҡ ҡағасаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку