Уҙған төндә Дондағы Ростов ҡалаһы аэропортында «Флай Дубаи авиакомпанияһы»на ҡараған «Боинг» самолеты ҡоланы

Уҙған төндә Дондағы Ростов ҡалаһы аэропортында «Флай Дубаи авиакомпанияһы»на ҡараған «Боинг» самолеты ҡоланы 19.03.2016

Һәләкәттә 62 кешенең, шул иҫәптән, 7 экипаж ағзаһының һәм 55 пасажирҙың ғүмере өҙөлдө. Самолет аэропортҡа ултырырға тейеш була. Ләкин һауа шарттары насар булыу сәбәпле, икенсе тапҡыр әйләнеп килгән лайнер ергә төшкәндә һәләкәткә тарыны.

Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Бер нисә фараз ҡарала. Тәүгеһе экипаж хатаһы, борттағы техник төҙөкһөҙлөк, ҡатмарлы һауа шарттары һәм башҡалар... Әле самолеттың ҡара ҡумталары табылған. Президент Владимир Путин фажиғә ҡорбандарының яҡындарына ярҙам ойошторорға күрһәтмә бирҙе. ,,Флай Дубай" - Берләшкән  ғәрәп әмирлектәре авиакомпанияһы. Рәсәйҙән ул туристарҙы хеҙмәтләндереүсе чартер рейстарында оса. Был юлы ла салондағыларҙың күбеһе йылы яҡтан ялдан ҡайтып килгән булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика