Уҙған төндә баш ҡаланың Ағиҙел күперендә автомобиль аварияһы теркәлде

Уҙған төндә баш ҡаланың  Ағиҙел күперендә автомобиль аварияһы теркәлде 21.01.2016

«Мәктәп» туҡталышы эргәһендә «Лада приора» водителе транспорт менән идара итеү һәләтен юғалтып бағанаға бәрелгән.

Шаһиттар әйтеүенсә, ул «Фольксфаген»  автомобилен уҙырға сығҡҡан була. Әммә  фонарь бағанаһына төкөлөп, күрше һыҙатҡа сығып китә. Машинала өс егет ултырған. Водитель үҙе зыян күрмәй, пассажирҙарҙың береһенең башы йәрәхәтләнә, икенсеһенең аяғы зыянлана. Бәхеткә, «Приора» артынан ашығыс ярҙам машинаһы килгән була. Табиптар шунда уҡ зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеп, дауаханаға алып китә. Водителдең таныҡлығы булмауы асыҡлана. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара. Уҙған тәүлектә республикала 104 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 5 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика