Уҙған төндә Ҡариҙел районы үҙәгендә сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә 12 кеше урамда тороп ҡалды

Уҙған төндә Ҡариҙел районы үҙәгендә  сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә 12 кеше урамда тороп ҡалды 05.10.2017

Бәлиғ булмаған   балалар тәрбиәләүсе ғаилә көскә иҫән ҡалған.  Уларҙы утты күреп ҡалған күршеләре уята. Иҡатлы йорт күҙ асып йомғансы күмергә әйләнә.

Ғәҙәттән тыш хәл, төнгө сәғәт икенсе егерме минут тирәһендә теркәлә. Янғынға нимә сәбәпсе булыуы әлегә аныҡ ҡына билдәһеҙ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ут мунсанан сығыуы ихтимал. Сөнки  ғаилә мунса яҡҡан булған.
Бәхеткә, ғаилә ағзалары янғындан имен-һау ҡотола. Осраҡлы кешеләр уларҙы төндә уятып тышҡа сығара. Бар мөлкәт, шул иҫәптән документтар көл-күмергә әйләнә. Ун ике кеше урамда тороп ҡала.
Бәхетһеҙ осраҡҡа бәйле, бөгөн район хакимиәтендә коллегия ултырышы үтте. Янғындан зыян күргән ғаиләгә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе күтәрелде. Был аңлашыла, Әғләмовтар үҙҙәре лә ҡасандыр ата-әсә ҡарауынан ҡалған ике баланы тәрбиәгә алған.
Әлеге ваҡытта ғаилә ваҡытлыса мәктәпкә урынлаштырылған. Район етәкселеге яғынан ағас-таш бүлеү, шулай уҡ ярҙамға  төбәк эшҡыуарҙарын  йәлеп итеү бурысы ҡуйылды.
Янғындан һуң Әғләмовтарға туғандары, ауылдаштары кәрәк-яраҡтар менән ярҙам итә. Әммә йортто тергеҙеп, артабан йәшәр өсөн матди сығымдар талап ителә. Әғләмовтар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Реквизиттары - СБЕРБАНК:

СЧЕТ ПОЛУЧАТЕЛЯ: 40817810806146701643

БИК БАНКА ПОЛУЧАТЕЛЯ: 048073601

ПОЛУЧАТЕЛЬ: AGLYMOV FLYUR ASLYMOVICH

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку