Уҙған төн Өфөнөң Совет районында енәйәтсе банкоматтан аҡса урлаған

Уҙған төн Өфөнөң Совет районында енәйәтсе банкоматтан аҡса урлаған 02.06.2016

Әлегә билдәле булыуынса, ул Әй урамындағы банк бүлексәһендә торған терминалды шартлатып, аҡса тартмаһын алып ҡасҡан.

Енәйәтсенең нисек эш иткәне видеокүҙәтеү ҡоролмаһына эләккән. Әлегә фаразланыуынса, ир банкоматты тишеп, шланг аша уның эсенә газ тултырған, аҙаҡ осҡон ярҙамында ҡоролманы шартлатҡан.  Зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт юҡ, шартлау шулай уҡ банктың ишектәрен емергән. Ваҡиға тураһында сигнал дежур часҡә төнгө сәғәт дүрттәрҙә килә. Полиция хеҙмәткәрҙәре, оператив-тикшереү бригадалары йортта йәшәүселәрҙән һорау алған, шаһиттар эҙләнә. Банк вәкилдәре аңлатыуынса, енәйәтсе ҡулына 450 мең һумға яҡын аҡса төшөргән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку