Уҙған төн Өфөнөң Интернациональ урамында ғәҙәттән тыш хәл теркәлде 25.02.2017

Билдәһеҙ сәбәп менән автомобилдәр ремонтлау станцияһында ут сыҡҡан. Янғын тураһында хәбәр дежур бүлеккә төнгө сәғәт 11-се яртылар тирәһендә килә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бер кеше йәрәхәтләнгән. Әммә ир дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.

Шулай уҡ бер нисә клиенттың транспорты зыян күргән тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Автосервисҡа эшҡыуарҙың конкуренттары ут төртөүе ихтимал тигән фараз да тикшерелә.
Тағы ла бер янғын Туймазы районында теркәлде. М-5 федераль трассаһы буйында урынлашҡан ел генераторы зыян күрҙе. Ҡоролма Төпкилде ауылын электр уты менән тәьмин итеү өсөн төҙөлгән булған. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, зыян күләме 2 миллион һум күләмендә баһаланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика