Уҙған төн Өфө эргәһендәге Жилин ауылы янында ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе теркәлде

Уҙған төн Өфө эргәһендәге  Жилин ауылы янында ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе теркәлде 25.04.2017

Был турала социаль селтәрҙәге БашДТП төркөмө ҡулланыусылары хәбәр итте.  

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Нуғай ауылынан Өфө ҡарай китеп барған «КИА Спортейдж» автомобиле юл уртаһындағы тимер ҡоролмаға барып бәрелә. Көслө һуғылыуҙан ул транспорт сараһын үтәнән-үтә килеп сыға. Бәхеткә күрә, был ваҡытта салонда пассажирҙар булмай. Интернет ҡулланыусылар фекеренсә, юл һыҙаттарын бүлеүсе ҡоролма водителдәрҙә һәр ваҡыт һорау тыуҙырған. Сөнки төнгө сәғәттәрҙә, айырыуса ямғыр яуған мәлдә ул бөтөнләй күренмәй. Әлеге ваҡытта кисәге  юл-транспорт фажиғәһен емерелгән юл йыһаздары менән ҡойолоп ҡалған ҡайһы бер запас частәр генә хәтерләтә. Шулай уҡ күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ҡазаға тарыусы водитель авария тамғаһын тимер ҡоролмаға бәйләп киткән.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку