Уҙған төн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан алыҫ булмаған урында атыш тауыштары яңғыраны 07.07.2017

Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына эләккән яҙманан күренеүенсә, ваҡиға «Ҡунаҡһарай» алдындағы урамда теркәлә. Йәштәр араһында сыҡҡан ыҙғышта ике тиҫтәләп кеше ҡатнаша. Ауыр йәрәхәт алған ике егеткә медицина ярҙамы талап ителә.

Уларҙың травматик ҡоралдан һәм көслө туҡмалыуҙан зыян күреүе билдәле. Ваҡиға бер нисә минут буйы дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә төркөмдәрҙең береһе асфальта ятҡан егетте ныҡ итеп типкеләй. Әммә полиция патруле яҡынлашыуын күреү менән улар ҡаса. Ҡазаға тарыусыларға медицина ярҙамы талап ителә.  Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, күңелһеҙ хәлгә урындағы барҙарҙың береһендәге низағ сәбәпсе. Осраҡ буйынса тикшереү  башланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика