Уҙған тәүлектә республикала алты юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Уҙған тәүлектә республикала алты юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән 12.05.2017

Уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, биш кеше төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған. Көндөң тәүге яртыһында Мәсетле районынан Өфөгә килгән 45 йәшлек ПАЗ водителе Октябрь проспектында 70 йәштәр тирәһендәге ҡатынды бәрҙерә. Алынған ауыр йәрәхәттәрҙән һуң йәйәүле фажиғә урында вафат була.  

Стәрлетамаҡтың Имай Насыри менән Октябрь проспекты киҫелешендә теркәлгән аварияла өс автомобиль бәрелеште. Ваҡиға видекүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән. Кадрҙан күренеүенсә, светофорҙың ҡыҙыл уты янып тороуға ҡарамаҫтан  «Ford Fusion» водителе урамдар киҫелешен үтеп ҡалырға тырыша. Әммә ошо ваҡытта ул «Volkswagen», артабан «Lifan»ға бәрелә. Тикшереүәр барышында ғәйепле водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку