Уҙған тәүлектә республикала 10 янғын осрағы теркәлгән

Уҙған тәүлектә республикала 10 янғын осрағы теркәлгән 11.11.2014

Уларҙы һүндереүгә 71 ҡотҡарыусы һәм 24 берәмек техника йәлеп ителгән. Һәләк булыусылар юҡ.

Кисә Октябрьский ҡалаһында атомобиль двигателдәре өсөн электр ҡоролмалары етештергән цехтарҙың береһендә янғын сыҡҡан. «Ҡыҙыл әтәс» бинаның икенсе ҡатын ялмап алған. Цехтан 76 эшсе эвакуациаланған. Бәхеткә, утта ҡазаланыусылар юҡ. Күҙаллауҙар буйынса янғынға боҙоҡ электр үткәргес сәбәпсе булыуы ихтимал.  Өфөнөң Пушкин урамында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә ике ҡатлы йорт зыян күрҙе. Ут төҙөк булмаған газ ҡоролмаһынан сыҡҡан. Бер бүлмәле фатирҙа йәшәүсе 83 йәшлек ҡатын фин мейесен тоҡандырырға була. Әммә газ бүлмәгә лә тарала. Шырпы һыҙған ваҡытта ул шартлап, йорт ҡаралтылары яна башлай. Ҡатын утты һүндерергә тырыша, әммә төтөн менән ағыуланып аңын юғалта. Пенсионерҙы күршеләре ҡотҡара. Ул дауаханаға оҙатылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку