Уҙған тәүлектә республика юлдарында биш кешенең ғүмере өҙөлдө 19.07.2016

Фажиғәле осраҡтарҙың береһе Иглин районында теркәлде.  

Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, Балтика ауылынан 49 йәшлек водитель идара итеү һәләтен юғалтып юлдан төшөп китә. Һөҙөмтәлә Geely автомобиле түңкәрелә. Был ваҡытта салонда ирҙең 30 йәшлек граждан ҡатыны һәм өс бала ултырған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияла водитель һәм туғыҙ йәшлек малай һәләк була. Ҡалған пассажирҙар төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Уҙған төндә Белорет районында "Лада Веста" автомобиле ике ҡатынды берҙерә. Был ваҡытта улар ике ир оҙатыуында йәйәүләп китеп барған булған. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә ханымдар  һәләк була . Уларҙың береһе Учалынан 30 йәшлек ҡатын булыуы асыҡлана, икенсеһенең шәхесе әлегә билдәһеҙ.
"Һамар - Өфө - Силәбе" трассаһының Силәбе өлкәһенә ҡараған өлөшөндә йөк тейәгән автомобиль күперҙән сығып осҡан. Фура ҡоролманы емереп, Йүрүҙән йылғаһына ҡолай. Шунлыҡтан М-5 трассаһында автомобилдәр тығыны барлыҡҡа килә.  Бәхеткә, водитель мөғжизә менән иҫән ҡала. Әлеге ваҡытта авария сәбәптәрте асыҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика