Уҙған тәүлектә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ун туғыҙ кеше зыян күргән 02.02.2016

Өфөнөң Интернациональ урамында кис 74-се маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе  «Форд Транзит» менән  21 йәшлек егет идара иткән «Шкода Октавия» бәрелешкән.

Авария мәлендә автобуста 15 пассажир булған. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, юл ҡағиҙәләре талаптарын  автобус водителе боҙған -  һулға боролғанда ул тура юлдан килеүсе еңел автомобилгә юл бирмәгән. Аварияла маршрут транспортында барған өс ҡатын-ҡыҙ зыян күргән. Тәүлек дауамында юл инспекторҙары 3 меңдән ашыу хоҡуҡ  боҙоу осрағын асыҡлаған. 58 водитель руль артында эскән килеш тотолған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика