Уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 авария теркәлгән, 3 кеше һәләк булған, 14-е йәрәхәтләнгән

Уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 авария теркәлгән,  3 кеше һәләк булған, 14-е йәрәхәтләнгән 22.01.2016

Кесе йома иртән  Өфө-Яңауыл автомобиль юлының Бөрө районына ҡараған 113-сө километрында «Хендай Соната» автомбилендә Нефтекаманан Бөрөгә юлланған водитель ҡаршы юлға барып сығып, «Лада Гранта» менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә «Хенда»йҙың 40 йәшлек пассажиры  ауыр йәрәхәттәрҙән дауаханала вафат була.

«Гранта»ның водителе менән «Соната»ның ике пассажиры ла дауаханала. Ошо уҡ көндө кис баш ҡаланың Дим районында 1969 йылғы ир Үҙәк урамы аша юлды тәғәйенләнмәгән урындан сығып барғанда, «Мицубиши Паджеронан» тапалып һәләк була. Осраҡ буйынса тикшереү бара. Тәүлек дауамында 69 водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку