Уҙған тәүлектә республика буйынса 9 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән 09.01.2017

Уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 17 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Өфө-Ырымбур трассаһының Ауырғазы районы биләмәһендә 47 йәшлек ир «ВАЗ» автомобилендә ҡаршы һыҙатҡа сығып «Форд» маркалы еңел автомобиль менән бәрелешә. Фажиғәлә уның ике пассажиры һәләк була, водитель һәм салондағы ике үҫмер төрлө тән йәрәхәттәре ала. Сит ил автомобиленең  водителе менән уның өс пассажиры иһә дауаханаға оҙатыла.
8 ғинуар иртәһендә Толбазы эргәһендә лә пассажир автобусы   түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә транспорт сараһының ишектәре бикләнә һәм пассажирҙар  салондан сыға алмай. Интернеттағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уларға ярҙамды оҙаҡ көтөргә тура килгән. Ял көндәрендә өс меңдән ашыу юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән, 86 водитель эскән килеш руль артына ултырған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика