Уҙған тәүлектә Нефтекама ҡалаһының күңел асыу комплексында янғын сыҡты

Уҙған тәүлектә Нефтекама ҡалаһының күңел асыу комплексында янғын сыҡты 17.06.2016

Дүрт ҡатлы бина  сәғәт эсендә тулыһынса тиерлек янып бөттө. Ғәҙәттән тыш хәл тураһындағы мәғлүмәт диспетчер пультына киске ундар тирәһендә килә.

Янғынға ҡаршы көрәшкә 24 берәмек техника, йөҙләп хеҙмәткәр йәлеп ителә. Ваҡиға урынынан дүрт тиҫтәләп кеше эвакуациялана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса янғынға электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышы сәбәпсе тип фаразлана. Ваҡиға урынында «тиҙ ярҙам» машинаһы хеҙмәткәрҙәре эшләне. Бәхеткә, зыян күреүселәр теркәлмәне. Күптәр шаңҡыу буйынса ғына мөрәжәғәт иткән. Әлеге ваҡытта белгестәр янғын сәбәптәрен асыҡлай. Социаль селтәрҙәрҙә шаһиттар ут бинаның икенсе ҡатында башланыуын билдәләй. Утҡа реклама банерын яҡтыртҡан электр сымдары юл асыуы  ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку