Уҙған тәүлектә Күгәрсен районында сыҡҡан урман янғыны эҙемтәләре бөтөрөлгән 04.09.2014

Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә Күгәрсен районында сыҡҡан урман янғыны эҙемтәләре бөтөрөлгән.

Янғын Ыҡ урман хужалығының ярты гектарҙан ашыу майҙанын ялмап ала. Уны һүндереүгә 15 кеше һәм 4 берәмек махсус техника йәлеп ителә. Ут сығыуҙың сәбәбе әлегә билдәһеҙ. Хәүефле миҙгел башланыу мәленән алып  республикала барлығы 45 янғын теркәлгән. Уларҙың 15-е йәшен һөҙөмтәһендә, 14-е халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында сыҡҡан. Тағы ла дүрт янғынға ауыл хужалығы эштәре, бер осраҡта  газ үткәргестең боҙолоуы сәбәпсе булған. «Ҡыҙыл әтәс»  урман фондының  155 гектарҙан ашыу майҙанына зыян килтергән. Әлеге ваҡытта республикала һүндерелмәгән янғындар юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика