Уҙған өс көндә республикала 36 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Уҙған өс көндә республикала 36 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән 14.12.2015

Уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла 55 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Йәкшәмбегә ҡарата төндә Әбйәлил районында «Дэу Нексия» автомобиле юлға ҡапыл килеп сыҡҡан ике атҡа бәрелгән. Ҡот осҡос фажиғәлә 25 йәшлек водитель һәм уның 28 йәшлек пассажиры шунда уҡ һәләк булған. Йорт хайуандары ла йән биргән.

Учалы районында йөк машинаһы менән рейсҡа сыҡҡан автобус бәрелешкән.  Юл инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, төп юлға боролғанда Вольво йөк машинаһы Магнитогорск - Учалы - Миәс маршруты буйынса барыусы Ивеко автобусын алға үткәрмәй, уның менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә 53 йәшлек пассажир ҡатын дауахана барышлай вафат була, тағы ла өс кеше төрлө йәрәхәттәр менән стационарға урынлаштырыла.  Асыҡланыуынса, Вольво шоферының водитель таныҡлығы булмаған.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку