Уҙған дүшәмбе республика юлдарында 11 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, 13-ө йәрәхәтләнгән

Уҙған дүшәмбе республика юлдарында 11 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, 13-ө йәрәхәтләнгән 12.04.2016

Иглин районында көндөҙ скутер водителенең «Камаз» тәгәрмәсе аҫтында ҡалыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ошо уҡ көндө Мәсетле районында 15-се модель ВАЗ автомобилендә юл фажиғәһенә тарыусылар көскә иҫән ҡала.

Оло Ыҡтамаҡ - Йонос - Йосоп автомобиль юлының 32-се километрында 24 йәшлек водитель идара итеү һәләтен юғалта, машина түңкәрелә. Асыҡланыуынса, автомобиль хужаһы  эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн бынан ике йыл элек йыл ярымға, февралдә генә йәнә ошо уҡ ҡылығы өсөн тағы ла ике йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған. Водитель ике пассажиры менән  дауаханаға килтерелгәс, уның эскәнлеге иҫбатлана. Уҙған тәүлектә республика юлдарында юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле 3 мең ярымдан ашыу  осраҡ теркәлгән, 79 водитель руль артына эскән килеш ултырған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку