Уҙған аҙнала республикала 37 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Уҙған аҙнала республикала 37 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән 11.08.2014

Ете кешенең ғүмере өҙөлгән, 53-ө йәрәхәтләнгән. Барлығы 8 меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, уларҙың 300-гә яҡыны - руль артында иҫерек килеш ултырыусылар.

Һамар - Өфө - Силәбе трассаһында,  атап әйткәндә, Иглин районы тапҡырында 12 моделле ВАЗ  ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Рено» менән бәрелешә. Рәсәй транспортында Әбйәлил районынан 21 йәшлек егет идара иткән була. Аварияла салон эсендәге өс кеше лә ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Ә  сит ил автомобиле водителенең һәм уның пассажирының фажиғә урынында  ғүмере өҙөлә. Ваҡиға буйынса тикшереү бара. Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында «Рено Символ» автомобиле электр бағанаһына һуғыла. Һөҙөмтәлә баш ҡалала йәшәүсе 40 йәшлек ир һәләк була. Уның ике пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре ала. Саҡмағош районында 9 августа теркәлгән юл фажиғәһендә VIII класс уҡыусыһының ғүмере өҙөлә. Мопедтағы үҫмер юлды ҡыҙыл светофорға үткәндә «КамАЗ» аҫтында ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку