Уҙған аҙнала республикала 20 янғын теркәлгән

Уҙған аҙнала республикала 20 янғын теркәлгән 11.08.2014

Уларҙың дүртәүһе баш ҡалала.  

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы шәхси гараждарҙың береһендә ут тоҡана. Гараж хужаһы шунда уҡ ярҙам саҡыра. Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына тиҙ арала килеп етә. Фараз буйынса, гараж эргәһендә өс бала шырпы менән шаярған. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Эльвира Төхвәтуллина, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре: «Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләрҙе балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра. Балаларға бәләкәйҙән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика