Туймазылағы мосолмандар зыяратында ҡәбер таштарын емереүсе ҡулға алынған

Туймазылағы мосолмандар зыяратында ҡәбер таштарын  емереүсе ҡулға алынған 22.10.2015

Вандалдарҙың ҡәберлектәге ҡылығы хаҡына беҙ хәбәр иткәйнек инде. Был эштә 26 йәшлек ир ғәйепләнә. Ул ғәйебен  танымай. Шулай ҙа криминалистарҙың күрһәтәмәләре буйынса зыяратта  тап уның аяҡ кейеме эҙҙәре ҡалған. Ир бер ҡайҙа ла эшләмәй, даими йәшәү урыны юҡ.  

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәт бәйләнеше бүлеге етәксеһе: «Ҡәберлектәрҙә ҡылынған вәхшилек буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынды. Уны психиатрия клиникаһына тикшерелеү үтергә ебәреү ҡаралған».
Тикшереүҙәр барышында хоҡуҡ һағында тороусылар тиҫтәләгән ҡәбер ташының ҡолатылыуын күрә. Уларҙың күбеһе Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, хәрби-интернационалистар, шулай уҡ мәрхүм балаларға ҡуйылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку