Туймазы районында наркополиция хеҙмәткәрҙәре синтетик наркотик менән мәк һаламы һатыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алды

Туймазы районында наркополиция хеҙмәткәрҙәре синтетик наркотик менән мәк һаламы һатыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе  ҡулға алды 27.11.2014

Серафимовка ҡасабаһында 44 йәшлек ҡатын менән 31 йәшлек ир ауылдаштарына һәм күрше ҡалаларҙа йәшәүселәргә синтетик наркотик һатыу ойошторған. Ҡатын быға тиклем дә наркопритондар тотҡаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.

Был юлы хоҡуҡ һаҡсылары уны ағыулы матдәне һатҡан мәлдә тотҡан. Фатирҙа тентеү барышында унда наркотиктар һалынған төргәктәр һәм мәк һаламы ҡатнашмаһы тултырылған энәләр менән әшнәһе лә килеп ингән. Ир менән ҡатын наркотиктарҙы үҙаллы әҙерләүен һәм был шөғөлгә эшһеҙлектән тотоноуын белдергән.  Фатирҙа бер тапҡыр ҡулланыла торған 500 доза ағыулы матдә табылған. Закон боҙоусыларға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку