Туймазы районында эскән водителде туҡтатыу өсөн юл инспекторына ҡорал ҡулланырға тура килә

Туймазы районында эскән водителде туҡтатыу өсөн юл инспекторына ҡорал ҡулланырға тура килә 11.05.2016

Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киске туғыҙҙар тирәһендә ҡаланың Салауат Юлаев урамында юл-патруль хеҙмәте инспекторы «Вольво» йөк автомобиле  водителенән машинаһын туҡтатыуҙы талап итә.

Әммә хоҡуҡ һаҡсыһына буйһонаһы урынға, водитель киреһенсә, тиҙлекте арттыра. Инспектор уны ҡыуып китә. Водитель иҫкәртеү ҡоролмаһынан яңғыраған һүҙҙәргә лә иғтибар итмәй. Артабан  инспектор табель ҡоралынан һауаға һәм транспорттың тәгәрмәстәренә атырға мәжбүр була. Ниһәйәт туҡтаған машинаның водителе ҡулға алына. Асыҡланыуынса, Туймазыла йәшәүсе 25 йәшлек ир руль артына иҫерек килеш ултырған. Суд ҡарары менән ул ун тәүлеккә ҡулға алынған. Табель ҡоралын ҡулланыу факты буйынса ведомство етәкселеге тикшереү уҙғара.
Флорид Мөхәмәтов, Туймазы районы буйынса  юххди бүлеге етәксеһе: «Водителде туҡтатыр өсөн юл-патруль хеҙмәтенең 3 экипажы йәлеп ителде. Әле ул ваҡытлыса изоляторға урынлаштырылды. Уға ҡарата административ протокол төҙөлдө. Документҡа ярашлы, был водителде йыл ярымға таныҡлығынан мәхрүм итеү һәм 30 мең һум күләмендә штраф һалыу ҡарала».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика