Туймазы районында ауырыуға ярҙам итергә килгән ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәрен туҡмағандар

Туймазы районында ауырыуға ярҙам итергә килгән ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәрен туҡмағандар 19.12.2016

Һөҙөмтәлә табип менән фельдшер төрлө дәрәжә йәрәхәттәр менән дауаханаға һалынған.  Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был турала Туймазы полицияһына 17 декабрь кис зыян күреүселәр хәбәр итә.

Ваҡиға урынына килгән хоҡуҡ һаҡсылары асыҡлауынса, медицина хеҙмәткәрҙәре ауыр хәлдәге кешегә ярҙам итергә килгән була. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, табибтар ауырыуҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмай. Күрәһең, шуға ла, ауырыу янындағылар табибтарға ҡарата агрессия күрһәтә.  
Максим Родионов, Башҡортостан республикаһы буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Әлеге ваҡытта бер кеше ҡулға алынды. Икенсеһенең хәлгә ҡыҫылышы асыҡлана. Тикшереү бара. Уның һөҙөмтәләе буйынса енәйәт эше асыу мәсьәләһе хәл ителәсәк».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку