Туғыҙ йылға рәшәткә артына

Туғыҙ йылға  рәшәткә артына 30.05.2017

Присяжныйҙар суды Ағиҙел ҡалаһында  бер йәшлек баланы үлтереүҙә ғәйепләнгән иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Бынан тыш, енәйәтсе зыян күреүсе яҡҡа бер миллион һум компенсация ла түләргә тейеш. Енәйәтсенең яғы суд ҡарары менән риза, ә бына балаһыҙ ҡалған йәш әсә яза бигерәк әҙ бирелде, ти. Ғәйепләүсе яҡ кәм тигәндә егерме биш йыл һорай ине.

Тиҫтәгә яҡын ултырыш һәм дүрт томлыҡ материал. Ғәйепләүсе яҡҡа  енәйәттең ни тиклем ҡанһыҙ булыуын иҫбатларға бер йыл ваҡыт та етмәй.  Бындай енәйәт эшен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел.
Был фажиғәле хәл Ағиҙелдә былтыр 4 апрелдән 5-нә ҡараған төндә теркәлде. Йәш әсә бер йәшлек балаһын ике ай ғына бергә йәшәгән 26 йәшлек иргә ҡалдырып эшкә сығып китә. Ә уныһы ҡунаҡҡа килгән әшнәһе менән байрам итергә тотона. Ләкин тыңғыһыҙланып илаған бала иҫереп алған ирҙәрҙең теңкәһенә тейә башлай, күрәһең. Ир сабыйҙы тынысландырыу урынына туҡмай башлай.
Баланың ғүмере өҙөлөүен белгәс тә  ирҙәр бер ни булмағандай кәйеф-сафа ҡороуҙы дауам итә. Йорттарын ҡалдырып Нефтекама ҡалаһына эҙләнеп сығып китәләр. Суд  енәйәтсенең ҡанһыҙлығын иҫәпкә алып был осраҡта  мөмкин булған ҡаты яза сығарҙы.
Енәйәтсе тәүҙә үҙ ғәйебен тулыһынса таныһа ла , хәҙер бар ғәйепләүҙәрҙе лә кире ҡаға. Шулай ҙа егеттең әсәһе суд ҡарары менән риза ҡалды. Ләкин бер миллион һумлыҡ әхләҡи зыян өсөн  компенсацияны түләрлек  хәлебеҙ юҡ, ти белдерҙе.
Хәмер ҡорбаны булған сабыйҙың әсәһе язаны үтә лә йомшаҡ тип һанай. Ғәйепләүсе яҡ баштан уҡ енәйәтсене 25 йылға иркенән мәхрүм итеүҙәрен һорай ине.
Ләкин мәңгелеккә яраланған әсә йөрәгенең яраһын  миллиондар менән уңалтырлыҡ түгел. Барлыҡ көслө заттан ҡурҡыу тойғоһо ҡалды, ти йәш әсә. Әле ул фажиғәле көндән күп тә үтмәй донъяға килгән малай тәрбиәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку