Тольяттиҙа йәшәүсе 28 йәшлек ир ярты миллион һумлыҡ спорт мотоциклында Өфө юлдары буйлап ни бары 4 көн йөрөп ҡалған

Тольяттиҙа йәшәүсе 28 йәшлек ир ярты миллион һумлыҡ  спорт мотоциклында Өфө юлдары буйлап ни бары 4 көн йөрөп ҡалған 21.10.2017

Наркотиктар һатҡан  аҡсаға  алынған мөлкәткә арест һалынған,  наркодилер үҙе ҡулға алынған. Былтыр сентябрь айында полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө һәм Туймазы ҡалаларында наркотик таратыусыларҙың эҙенә юлыға.

Ғәйепләнеүселәр клиенттарын интернет аша табып, улар менән ҡулаҡсаһыҙ электрон һатыу итеү ойошторған. Наркотик матдәләрҙе улар ҡаланың алдан һөйләшелгән йәшерен урындарында ҡалдырған. Тентеү һөҙөмтәһендә полиция үлем менән һатыу итеүселәрҙә  9 килограмдан ашыу  синтетик ағыу тапҡан. 28 йәшлек егет һәм уға булышлыҡ итеүсе 20 йәшлек  ҡыҙ икеһе лә Тольяттиҙан.

Асыҡланыуынса,  улар үҙҙәре накотик ҡулланмаған. Енәйәтсел төркөмдә барлығы 4 кеше иҫәпләнә. Ҙур күләмдә наркотик һатырға маташыуҙа ғәйепләнеүселәрҙең эше Өфөнөң Киров районы судына ебәрелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку