Үткән ял көндәрендә Сибай ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл теркәлде

Үткән ял көндәрендә Сибай ҡалаһында  ғәҙәттән тыш хәл теркәлде 07.10.2015

Көслө ел Таусылар проспектында күп ҡатлы йорттоң ҡыйығын аҡтара.

Таусылар урамындағы йортта йәшәүселәр был ваҡиғаны уйынлы-ысынлы;  беҙҙең йорттоң ҡыйығы китте тип шаярта. Шәмбе ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте халыҡты көслө дауыл буласағы хаҡында иҫкәртә. Ел урыны менән көсәйеп секундына 25  метрға тиклем етә. Һауа торошоноң боҙолоуы ғәҙәттә, үҫеп ултырған ағастарҙың аҡтарылыуы, электр сымдары өҙөлөүе менән тамамлана. Әммә был юлы эш ҙурға китә. Көслө ел яңы ғына ремонтланған ҡыйыҡты аҡтарып, осороп алып китә. Бында йәшәүселәр ремонтҡа оҙаҡ йылдар дауамында ирешә. Тәүгеләрҙән булып металл шығырҙыуын бишенсе ҡаттан Алексей Канайкин ишетеп ҡала.
Алексей Канайкин, зыян күреүсе: «Күптән түгел генә үткән ремонттан бер ни ҙә ҡалманы. Көслө ел күҙ асып йомған арала уның фронтондарын, ҡалайҙарын ҡыйратып осороп алып китте».
Тәбиғәт ғәрәсәтенән емерелгән ҡыйыҡ төбәк оператор йыйған 3 миллион һумға  ремонтланған була. Төҙөлөш эштәрен фирма 24 июлдә тамамлаған. Әммә дауыл бөтә эште юҡҡа сығара. Бәхеткә, түбәнән ишелеп төшкән плитәләрҙән кешеләр зыян күрмәй. Ғәҙәттән тыш хәлгә ҡотҡарыусылар хеҙмәттәре ярҙамға ваҡытында килә, ҡала башлығы ла  шунда уҡ үҙ мөнәсәбәтен белдерә. Таусылар урамындағы 6/3 йортта был икенсе аяныслы хәл. Былтыр тап ошо адрес буйынса көндәлек тормошта ҡулланылған тәбиғи газ шартлай.
Рита Сабирова, зыян күреүсе: «Түбә ишелеп төшөү менән шунда уҡ ҡотҡарыу хеҙмәте, янғын һүндереүселәр һәм ашығыс ярҙам машинаһы килде. Ярай әле кешеләр һаулығына зыян килмәне, үлем осрағы ла юҡ».
Был йортта йәшәүселәр ваҡытлыса медицина, педагогика, төҙөлөш һәм сервис колледждарына  урынлаштырылған. Халыҡҡа йылы аш та ойошторолған. Ҡыйығы аҡтарылған бинаны электр һәм газ менән тәьмин итеү ваҡытлыса  туҡтатылған. Кәңәшмәнән һуң түбәне аҡтарып, яңынан төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Илфат Сафин, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡараусы: «Әле был йортта кешеләр йәшәмәй. Фатир хужаларына зыян күреүсе статусы бирелгән».
Урындағы етәкселек ҡышҡы һыуыҡтарға тиклем ҡыйығы зыян күргән йорттоң башын яңынан ябырға вәғәҙәләй. Ә халыҡҡа әлегә түҙемлек туплап, тәбиғәт шарттарының ҡоро тороуын теләп, көтөргә генә ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку