Үткән аҙнала М4 Дон трассаһында теркәлгән фажиғәлә 31 йәшлек яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө

Үткән аҙнала М4 Дон трассаһында теркәлгән фажиғәлә 31 йәшлек яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө 26.08.2014

Белгестәр шунда уҡ Мәскәү өлкәһе юлдарында ойошҡан енәйәтселәр төркөмө барлыҡҡа килеүе тураһында белдерҙе. Ысынлап та, һуңғы бер нисә айҙа ғына федераль трассала дүрт кешенең кәүҙәһе табылған. Уларҙың барыһы ла бер үк сценарий ҡорбандарына әйләнгән.

Төнгө сәғәттәрҙә  баҡсанан ҡайтып килгән Альберт Йосоповтың сәйер шарттарҙа автомобиленең тәгәрмәсе тишелә. Был турала ул үҙенең дуҫына шылтыратып әйтә. Әммә бер аҙҙан  полиция хеҙмәте  Дон трассаһы буйында үле кәүҙә ятыуы тураһында хәбәр ала. Һуңынан асыҡланыуынса, билдәһеҙ киллер үҙенең ҡорбанына өс тапҡыр атҡан. Пуляларҙың береһе фажиғәгә тарыусының  башына эләгә.
Тикшереү барышында енәйәтселәр ҡорбанына әйләнгән Альберт Йосоповтың Өфөлә тыуыуы асыҡлана. Бала саҡ хыялы буйынса ул хеҙмәт юлын Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә башлай. Тыуған коллективында тәжрибә туплаған талантлы егетте артабан  Мәскәүҙәге данлыҡлы ансамблгә саҡыралар.
Бер нисә көн элек Альберт Йосоповты Өфөләге зыяраттарҙың береһенә ерләйҙәр. Мәрхүм  менән хушлашырға бик күп халыҡ йыйылды, ти  Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әбделмәнов. Талантлы  бейеүсе йәшләй генә арабыҙҙан китһә лә, уның  тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡлансаҡ,  ти Рим Сәлимйән улы.  
Әле Мәскәү тәфтишселәре федераль трассала теркәлгән енәйәт буйынса тикшереү алып бара. Улар фажиғә урынында шылтыратыу булған 12 номер хужаһын ентекле тикшерә. Әлегә оперативниктар киллерҙың  фотороботын  төҙөгән. Әйткәндәй, был һуңғы арала Мәскәү өлкәһендәге трассала теркәлгән бер-береһенә оҡшаш дүртенсе фажиғә. Тәфтишселәр әлегә енәйәттәрҙең ниндәй маҡсат менән башҡарылыуын бер нисек тә аңлата алмай.  
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку