Теүәл бер йыл элек Яңауыл ҡалаһындағы биш ҡатлы йорттарҙың береһендә көслө шартлау яңғыраны

Теүәл бер йыл элек Яңауыл ҡалаһындағы  биш ҡатлы йорттарҙың береһендә  көслө шартлау яңғыраны 19.01.2015

Уның артынан янғын сығыу һөҙөмтәһендә алты кеше һәләк булды.  Фажиғәлә 46 йәшлек заправка хеҙмәткәре ғәйепле тип табылды. Газ баллонын тултырғанда ир хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар иткән.  

19 ғинуар 2014 йыл. Яңауыл ҡалаһы йорттарының береһендә йәшәүселәр киске йоҡоға әҙерләнгән ваҡытта көслө шартлау яңғырай. Бер нәмә лә аңламаған кешеләр тышҡа сығып йүгерә. Көслө янғын, илау тауыштары, ғауға. Утты һүндереү өсөн ҡотҡарыусыларға бер нисә сәғәт талап ителә.  
Фажиғәгә фатирҙарҙың береһендә барған ремонт эштәре сәбәпсе була. Ғәйтиевтар ғаиләһендә түшәм тарттырыу өсөн тәғәйенләнгән газ баллоны шартлай. Бәхетһеҙ осраҡ ир менән ҡатындың һәм уларҙың ҡыҙҙарының, күршеләрендә йәшәүсе тағы өс кешенең  ғүмерен өҙә. Тәне бешкән Илья Ғәйтиев ауыр хәлдә дауаханаға эләгә. Үҫмер бер нисә ауыр операция кисерә, ярты йыл дауаханала ята.
Был хәлде торлаҡта йәшәүселәр  ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй. Иң яҡын кешеләрен алып киткән төндө Илья иҫенә төшөрөргә яратмай. Шуға күрә  фатирға ҡайтыуҙан баш тартҡан, бөгөн үҫмер ауылда өләсәһе менән олатаһында йәшәй. Киләсәктә малай дуҫы менән Нефтекама ҡалаһына уҡырға барырға хыяллана. Өләсәһе иһә төҙәлмәҫ яралары ҡуҙғалмаһын өсөн ейәнен тәрбиәләүгә бар тырышлығын һала.
Ғәҙәттән тыш хәлдең икенсе көнөндә Республика Президенты Рөстәм Хәмитов фажиғә урынында булды, халыҡ менән осрашты. Төбәк башлығы бәләгә тарыусылар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ тип белдерҙе. Президент фатирҙарҙы 1 мартҡа тиклем төҙөкләндерергә ҡушты. Ҡыш уртаһында урамда тороп ҡалған халыҡҡа бар республика халҡы ярҙам ҡулын һуҙҙы. Зыян күреүселәр ваҡытлыса торлаҡ, кейем-һалым һәм йылы аш менән тәьмин ителде. Уларға компенсация түләнде.
Алты кешенең ғүмерен алып киткән фажиғәлә 46 йәшлек заправка хеҙмәткәре ғәйепле тип табылды. Газ баллонын тултырғанда ир хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар иткән. Фажиғә буйынса тикшереү эше судҡа ебәрелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика