Теүәл 86 йыл элек Башҡортостан күгендә бар донъяны шаулатҡан авиафажиғә теркәлә

Теүәл 86 йыл элек Башҡортостан күгендә бар донъяны шаулатҡан авиафажиғә теркәлә 12.09.2017

Краснокама районы Иҫке Бөртөк ауылында йәшәүселәр иртәнге сәғәт туғыҙҙар тирәһендә билдәһеҙ тауыш ишетә. Бер аҙҙан улар ауыл ситендә ятҡан һауа судноһы ҡалдыҡтары араһында ике летчиктың кәүҙәһенә юлыға. Пилоттарҙың береһе парашюттан һикереп өлгөрә.

Тикшереүҙәр барышында фажиғәғә тарыған самолеттың Франциянан Японияның башҡалаһына осоп китеп барған булыуы асыҡлана. Ул ваҡытта биш йәшлек кенә Сәлих Низамов авария урынынан ниндәйҙер запас частте өйөнә алып ҡайта. Әммә ата-әсә шунда уҡ был әйберҙе урынына илтергә ҡуша. Һуңынан ҡолап төшкән самолетты Мәскәүгә алып китәләр. Ә һәләк булған летчиктарҙың кәүҙәләре Өфөнән Парижға оҙатыла. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәм «Альянс Францез – Өфө» йәмғиәт ойошмаһы тырышлығы менән был онтолған тарих ҡайтанан тергеҙелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку