Тауыҡты кем ашаған?!

Тауыҡты кем ашаған?! 21.09.2015

Өфө районының Ҡомлокүл ауылында йәшәүселәр чупакабраны ғәйепләй. Йәнәһе лә, мифик зат ике хужалыҡтың егермеләп йорт ҡошон  тамаҡлаған.

Өҙөлгән сымдар, ер өҫтөнә таралған ҡауырһындар, ватылған йомортҡа ҡабыҡтары... Ҡомлокүл ауылында йәшәүсе Линаф Ардыуанов тауыҡ ояһы менән таныштыра. Йорт хужаһы белдереүенсә, был урында серле йән эйәһе - чупакабра булған... Бер төн эсендә ун ике ҡошһоҙ ҡалыуҙы тағы нисек аңлатырға?! Етмәһә, август аҙағында ла  уҙамандың тауыҡтары эҙһеҙ юғала.
Эт өргән була ла ул. Фәтеүә генә юҡ. Ҡош-ҡорт юғалған төндә Линаф Ардыуановҡа тоғро дуҫы тауыш бирмәй. Был бик сәйер, әлбиттә. Сөнки күрше йорт хужалары ла тиҫтәгә яҡын тауығын таба алмай интегә. Нурия Манапова иртән һыйыр һауырға сыҡһа, ҡот осҡос күренеш шаһиты була. Дүрт ҡошон үле килеш табыу ҙа - бер ниндәй өмөт ҡалдырмай. Эргә-тирәлә ҡан эҙҙәре лә юҡ.  
Нурия Манапова, Ҡомлокүл ауылында йәшәүсе:  «Ветеринар төлкө тип әйткән була. Белмәйем.  Шунса ҡошто нисек алып китте икән?! Бәлки, бурҙар төшкәндер?!»
Линаф Ардыуанов кешеләрҙән күрмәй, баҡсалағы эҙҙәр төлкөнөкөнә лә оҡшамаған, - ти ул. Эргә-тирәлә бүреләр ҙә күренгәне юҡ. Ауыл иһә урманға яҡын урынлашҡан. Серле йән эйәһе шул тарафтан килгән дә инде.
Ә бына урындағы һунарсылар бөтөнләй икенсе фекерҙә: ауыл тирәләй берәҙәк эттәр күбәйгән. Тауыҡтарға хужаһыҙ хайуандар  ташланыуы ихтимал.  Шуныһы асыҡ, Ҡомлокүл ауылы халҡы хәҙер ҡош-ҡортон һарайына бикләп кенә тотасаҡ. Әйткәндәй, бындай сәйер осраҡтар республикала тәүгә күҙәтелмәй. Ике йыл элек билдәһеҙ йыртҡыс Дыуан районы Мәсәғүт ауылында йәшәүсе  Людмила менән Валерий Хәзбиуллиндарҙың йорт-ҡураһына инеп,  алтмышлап йорт ҡуянын һәм тауыҡтарын тамаҡлағайны. Ишембай, Ауырғазы һәм башҡа райондарҙа зыян күреүселәр ҙә чупакабраны ғәйепләп бер булды, ғалимдар иһә был йән эйәһенең барлығын бөтөнләй иңҡар итә.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика