Тананы кем урлаған?

Тананы кем урлаған? 05.11.2016

Һарайҙан тағы һыйырҙы алып сығып киткәндәр. Былтыр Ҡырмыҫҡалы районында коллекторҙар, быйыл  Балтас районында полиция... Хәл августа Үрге Иванай ауылында була. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған.

Бөтәһе лә төндә булды, ти Үрге Иванай ауылында йәшәүсе Әнфисә Килмәкәева. 26 августа  полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре килеп  уның һарайында торған  быуаҙ танаһын алып сығып китә.
Тананы уға элекке  тормош иптәше 15 мең һумға һатҡан. Рәүеф Хаматвәлиев «Куйбышев» исемендәге колхозда  тракторсы булып  эшләгән. Малҡайҙы уға хеҙмәт  хаҡы урынына биргәндәр. Июндә килтергән башмаҡты хужабикә ике ай буйы ашатҡан. Был турала белгәс, ир  Балтас районы  полиция бүлегенә бара.
Һыйыр малын Балтас совхозына илткәндәр. Район полиция бүлегендә ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған. Һөҙөмтәлә,  ҡураһында малҡай табылған хужалар уны  урлаусылар булараҡ тикшерелә.  
Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат һәм йәмәғәт бәйләнештәре бүлеге етәксеһе: «Эҙләү ваҡытында совхоз малы шәхси хужалыҡта табыла. Уны  ойошма хеҙмәткәрҙәре таный. Енәйәт эшен тикшереү  дауам итә. Шулай уҡ ауылда йәшәүсенең ялыуы буйынса урындағы полиция эше лә тикшерелә».
Асыҡланыуынса, Штәнде  ауылы янында урынлашҡан  Балтас совхозында башмаҡ юғалған булған. Һәм  йәнәһе лә ул Килмәкәйеваның һарайында табыылған. Ысынында кем тананы урлаған  һуң? «Куйбышев» исемендәге колхоз рәйесе  һәм «Балтас совхозы» етәксеһе менән беҙ телефон аша һөйләштек.
Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ тигәндәй. Илдар Әҡбәров Рәүеф Хаматвәлиев беҙҙең совхозда көтөүсе булып эшләне тип аптырата. Ғәмәлдә, ул Үрге Иванайҙан 20-30 саҡырым алыҫлыҡтағы хужалыҡта эшләмәгән. Тана ысынлап та, Рәүеф Хаматйосоп улына «Куйбышев» исемендәге колхозда хеҙмәт хаҡы урынына бирелгән. Быны колхоз рәйесе лә  иҫбатлай. Балтас совхозында башмаҡ  юғалған. Килмәкәеваның һарайынан килтергән малды совхоз үҙҙәренеке итеп таныған, улар тана ҡолаҡтарындағы тамғаға һылтана. Хәйер, Куйбышев исемендәге колхоз һыйырҙарының тамғалары ике ҡолағында ла бар.  Һыйыр малдары ике хужалыҡта ла аҡлы-ҡаралы төҫтә. Ә бына йәшенә килгәндә, хужабикә раҫлауынса, уларҙың танаһы бер йәш тә дүрт айлыҡ булған, һәм уны 7 июндә колхоздан алып ҡайтҡандар, ә  совхозда быҙау  21 июлдә юғалған, һәм ул ете айлыҡ ҡына булған...   Буталған йомғаҡты дөрөҫ кенә тағатыусы табылырмы...  Енәйәт эше буйынса суд ғәҙел ҡарар сығарыр, тип ышанғы килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика