Төркиәлә юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың береһе Иглин районынан 33 йәшлек Наталья Беспалова булып сығыуы хаҡында хәбәр иткәйнек

Төркиәлә юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың береһе Иглин районынан 33 йәшлек Наталья Беспалова булып сығыуы хаҡында хәбәр иткәйнек 08.08.2015

Был мәғлүмәтте Рәсәй илселеге лә рәсми рәүештә таныны. Әле Натальяның кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайтыу менән бәйле мәсьәлә хәл ителә. Әммә барыһы ла шыма ғына бармай. Страховкалаусы компания табутты тик Өфө аэропортына ғына алып килергә һүҙ бирә, ҡалған юлды туғандарына түләргә тейеш. Страховка түләүҙәре менән дә аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуған. Компания аҡса булмаясаҡ тип ғаиләгә үҙ адвокатын тәҡдим итә.

Өйҙә волокордин еҫе аңҡый. Бер нисә тапҡыр ашығыс ярҙам машинаһы килгән. Өсөнсө тәүлек Беспаловтар ғаиләһе Натальяларының ҡайтыуын көтә. Юлланмаға ярашлы, бөгөн иртән ҡыҙ ял итеп, ҡояшта ҡыҙынып  үҙе ҡайтып етергә тейеш була. Телефондан ул бар туғандарына күстәнәстәр алыуын да хәбәр итеп өлгөрә. Тик барыһын да кесаҙна көн юҡҡа сығара.
Юл-транспорт фажиғәһендә 6 туристың ғүмере өҙөлә. Уларҙың дүртәүһе рәсәйлеләр. Автобус экскурсиянан Памукаллегә ҡайтып килгәндә аварияға осрай. Һәләк булыусы 33 йәшлек яҡташыбыҙ, Наталья Беспалованың кәүҙәһен, страховкалаусы компания, ә был осраҡта ул «Ингосстрах», тыуған яғына алып ҡайтырға һүҙ бирә. Дөрөҫ тик Өфөгә тиклем... Ә мәрхүмәнең яҡындарына аэропортҡа үҙҙәре менән болгарка алып килеүҙәрен һорайҙар.
Алевтина Беспалова, Наталья Беспалованың әсәһе:  «Беҙгә аэропортта үҙебеҙҙең транспорт һәм табут менән ҡаршы алырға кәрәк тинеләр. Бынан тыш цинк табутты асыу өсөн болгарка ла һоранылар».
Страховка түләүҙәре менән дә аңлашмаусанлыҡ килеп тыуған. Көн дә ғаиләгә Төркиәнән шылтыратып компания тәҡдим иткән адвокат менән эшләргә өгөтләйҙәр. Үҙ хеҙмәттәре өсөн страховка суммаһының дүрттән бер өлөшөн һорайҙар. Кире осраҡта зыян күргән яҡ аҡса алмаясаҡ, тип билдәләй улар
Ирина Кабинова, Наталья Беспаловының апаһы:  «Үҙҙәренең түләүле хеҙмәттәрен тәҡдим итәләр, судта беҙ һеҙҙең мәнфәғәттәрҙе яҡлаясаҡбыҙ тиҙәр. «Ингосстарх» үҙе түгел, ә уның ниндәйҙер  бүлендек фирмаһы».
Юристар әйтеүенсә, компания зыян күреүселәрҙең хистәрендә уйнап, законһыҙ аҡса эшләргә тырыша. Түләүҙәр бер ниндәй судһыҙ башҡарылырға тейеш. Бынан тыш, мәрхүмәнең кәүҙәһен страховкалаусы компания уның өйөнә, йәғни Иглин районына тиклем алып барырға бурыслы.  
Валерий Шәрипов, юрист: «Бер ниндәй ҙә суд булырға тейеш түгел.  Ә була ҡалһа, страховкалаусы компания түләүҙәрҙән тыш уның ярты күләменә торошло штраф та түләргә бурыслы. Компанияның бындай ҡылығы, үҙ сығымдарын зыян күреүселәр иҫәбенә ҡапларға тырышыуы тип аңлайым мин».
Һәләк булыусы туристың кәүҙәһен 11 август алып ҡайтып еткерергә тейештәр. Һәр хәлдә шулай күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку