Тәрбиәселәр ике йәшлек баланы лифтта онотоп ҡалдырған 25.01.2017

Ваҡиға Өфөнөң Амантай урамында урынлашҡан шәхси балалар баҡсаһында теркәлгән.

Ике тәрбиәсе 8 бала менән саф һауала йөрөргә сыға. Кире ингәндә баҡса урынлашҡан фатирға лифтҡа күтәреләләр. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән кадрҙарҙан күренеүенсә, тәрбиәселәр ике йәшлек баланы лифтта онотоп ҡалдыра. Сабыйҙың лифтты үрелеп туҡтатырға буйы етмәй. Ул имен-һау, зыян күрмәгән, ата-әсәһенә тапшырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика