Төнгө янғын 25.10.2016

Өфөнөң Менделеев урамындағы 70/а йортоноң беренсе ҡатында янғын  сыға. Ике ҡатлы кирбес йортта тоҡанған ут хаҡында мәғлүмәт ҡотҡарыу хеҙмәте диспетчер пультына төнгө сәғәт 1-ҙә ҡабул ителә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, торлаҡтың беренсе ҡатын көслө ялҡын ялмап алған була, уттың күршеләргә тоҡаныу ихтималлығы көслө була.

Әлеге ваҡытта йортҡа ут бирелә, тиҙҙән зәңгәр яғыулыҡ та тоташтырыласаҡ. Янғын булған ун икенсе фатир бикле.  Күрше-тирә, айырыуса өҫкө ҡатта йәшәүселәр аҡтарылған иҙәндәрен барлай, эсе төтөн һеңгән бүлмәләрҙе елләтә. Фатирҙар страховкаланмаған, еүешләнгән стеналар, емерек иҙән, сыҙап торғоһоҙ төтөн еҫе. Ярай янғын һүндереүселәр ваҡытында килеп етеп, янғынды тиҙ арала һүндереп өлгөрә.
12 фатирҙа янғындан зыян күреүсе 36 йәшлек ҡатын һәм уның ун йәшлек ҡыҙы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Улар икеһе лә янғындан зыян күреүселәрҙе дауалау үҙәгенең реанимация бүлегендә.
Светлана Ҡусҡарбәкова, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Янғындан зыян күреүсе әсә менән баланың хәле ауыр. Икеһе лә реанимация бүлегендә. Уларҙың тәне бешкән һәм төтөнгә ағыуланғандар».
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дежур бүлегенә янғын хаҡында шаһиттар хәбәр итә. Борсоулы сигнал алғандан һуң 4 минут үтеүгә ҡотҡарыусылар килеп етә.
Менделеев урамында  беренсе ҡаттағы ун икенсе фатир ныҡлы, уның өҫтөндә урынлашҡан  икенсе ҡаттағы 16 фатирҙа йәшәүселәр өлөшләтә зыян күргән. Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре асыҡлана. Башҡортостандың янғын һүндереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре ут сығыу осраҡтарын алдан иҫкәртеп, халыҡты электр һәм газ ҡорамалдары менән һаҡ эш итергә саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика