Төнгө ҡунаҡтар

Төнгө ҡунаҡтар 09.02.2016

Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре  Өфө клубтарының береһенә рейд ойошторған. Махсус тәғәйенләнештәге хеҙмәттең килеп инеүе ял итеүселәр өсөн көтөлмәгән хәл була. Күптәр күңел асыу урынынан тиҙерәк сығып китеү яғын ҡарай, ләкин барыһына ла башта табип-наркологҡа күренергә тура килә. Һөҙөмтәлә 18 кеше наркотик тәъҫир йоғонтоһонда тип табыла, артабан улар медицина тикшереүенә йүнәлтелә.

Әгәр ҙә медицина тикшереүе наркотиктар ҡулланыу осрағын асыҡлаһа, йәштәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Шулай ҙа күптәр махсус хеҙмәт килеп инеү менән тилерткес матдәләрҙән ҡотола һалған, күрәһең. Клуб иҙәнендә төргәктәр табыла. Бынан тыш, дивандарҙың береһендә идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре портмонеға юлыға. Экспертиза һөҙөмтәләре уның эсендәге төргәктәрҙә лә нәшә менән амфетамин булыуын билдәләй. Хәйер, банк картаһы  хужаһы тиҙ асыҡлана. Әйткәндәй, бындай рейдтар даими ойошторола. Яңыраҡ ҡына бер ди-джейҙың наркотиктар әйләнешендә ҡатнашыуы асыҡланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку