Төҙөлөп бөтмәгән хыял

Төҙөлөп бөтмәгән хыял 01.08.2017

Ҡырмыҫҡалы районының Сахай ауылында йәшәүсе күп балалы ғаилә янғындан зыян күрә. Йәш ғаиләнең ике йыл дауамында төҙөгән яңы йорттары янып китә. Өс балалы Бәҙретдиновтар әлеге ваҡытта авария хәлендә тип танылған йортта йәшәй. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.

Өйҙөк тә өйҙөк, бөтә аҡсаны, көсөбөҙҙө яңы йорт төҙөүгә һалдыҡ, ти улар. Йыһаздар тултырған яңы йортта ла  электр уты һәм йылытыу системаһы   ғына үткәрәһе ҡала. Әммә, яңы йылды  ике ҡатлы ҙур йортта ҡаршыларға ниәтләгән күп балалы ғаиләнең  хыялдары селпәрәмә килә.
Ғаилә башлығы янғын сыҡҡан көндө Себер яҡтарында эштә булып ҡала. Был хәбәрҙе ишеткәс, үҙемә урын тапманым, ти ул. Ике йыл буйы бар күңел йылыһын биреп үҙ ҡулдары менән  башҡарған эштәре күҙ асып йомған арала юҡҡа сыға. Йәш ғаилә бер ҡайҙан да артыҡ ярҙамға өмөт итә алмай, сөник төҙөлөп бөтмәгән йортто страховкалап өлгөрмәгәндәр.
Йортҡа элект уты үтмәгәс, уттың ҡыҫҡа ялғаныштан сығыуы  мөмкин түгел, ти ғаилә башлығы. Бөхетһеҙ  көндө  булған көслө йәшен дә  янғындан   дүрт сәғәт алда теркәлгән. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Бәҙретдиновтар  йортобоҙ ут төртөүҙән йәки башҡа сәбәптән янды тип фаразлай. Ауыл халҡы ла төрлө уйҙырмалар әйтә. Һәр хәлдә һуңғы һүҙҙе әле барған экспертиза һөҙөмтәләре әйтәсәк.
Ысынлап та, донъя хәлен белеп булмай. Шуға ла белгестәр төҙөлөш башлар алдынан буласаҡ мөлкәтте страховкаларға кәңәш итә.
Бәҙретдиновтар ғаиләһе 1938 йылда төҙөлгән иҫке йортта йәшәй. Комиссия ағзалары торлаҡты күптән түгел авария хәлендә тип таныған. Ямғырлы көндәрҙә түбәнән һыу аҡһа ла,  йәш ғаиләнең йәшәргә башҡа урыны юҡ. Район хакимиәтенән бүленгән  10 мең һум аҡса ла яңы нигеҙ күтәреү өсөн аҙ. Бәҙретдиновтар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.

БАНК КАРТАҺЫНЫҢ НОМЕРЫ :
4276 0600 2982 8350
БӘЙЛӘНЕШ ӨСӨН ТЕЛЕФОН: 89177664857




Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку