Тәфтишселәр Саҡмағош районында дүрт кешенең үлем осрағы буйынса тикшереү башлаған

Тәфтишселәр Саҡмағош районында дүрт кешенең үлем осрағы буйынса тикшереү башлаған 10.02.2015

Ял көндәрендә ике пар таныштарынан төҙөлөш ангарының асҡысын ала. Һуңынан йәштәр «Лада» автомобилдәрендә  бина эсендә спиртлы эсемлектәр ҡуллана. Дүшәмбе иртән ангар хужаһы машина салонында  ятҡан йәштәрҙең кәүҙәләрен таба. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса мәрхүмдәрҙең һөрөм еҫенән ағыуланыуы ихтимал.

Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Йәштәр ангар эсендә спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң вафат булған. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Бының өсөн суд-экспертиза тикшереүе үткәрелә. Уның һөҙөмтәләре буйынса тәфтишселәр тейешле процессуаль ҡарар ҡабул итәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика