Тәфтишселәр Иглин районында ике кешенең үлем осрағы буйынса тикшереү башлаған

Тәфтишселәр Иглин районында ике кешенең үлем осрағы буйынса тикшереү башлаған 24.12.2016

Бөгөн иртән Урман ауылындағы элекке хәрби часть биләмәһенә ике егет рөхсәтһеҙ үтеп ингән. Әммә латунь ҡулсалар  артынан һунарға сығыусыларҙың сәфәре фажиғәле тамамлана. Әлегә билдәһеҙ сәбәптәр менән көндөҙгө сәғәт 12-ләр тирәһендә көслө шартлау яңғырай.  

Әйтергә кәрәк, был Урманда теркәлгән беренсе ғәҙәттән тыш хәл генә түгел. Былтыр ҙа ошо уҡ урында бер егеттең шартлауы тураһында мәғлүмәт бар. Иҫегеҙгә төшөрбеҙ, 2011 йылдың майында Урман ауылындағы хәрби часта янғын теркәлгәйне, ике көн эсендә снарядтар һаҡланған келәттәр янып, шартлап юҡҡа сыҡты. Был хәлдән һуң  хәрби часть икенсе төбәккә күсерелде.  Бөгөнгө фажиғәгә килгәндә, егеттәрҙең үлемендә ауылда булған эшһеҙлек мәсьәләләһе сәбәпсе, ти урындағы халыҡ. Сөнки аҡса эшләү ниәте менән улар ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Мәрхүмдәрҙе ерләүҙе ойоштороуҙы район хакимиәте үҙ өҫтөнә алырға йыйына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку