Тәфтиш комитеты магазин һаҡсылары тарафынан хаҡлы ялдағы ханымды ҡулға алыу осрағы буйынса тикшереү башланы

Тәфтиш комитеты магазин һаҡсылары тарафынан хаҡлы ялдағы ханымды ҡулға алыу осрағы буйынса тикшереү башланы 18.10.2016

Хәтерегеҙгә төшөрәм, кисә баш ҡалалағы «Карусель» супермаркеттарының береһендә предприятие хеҙмәткәрҙәре сәғәт самаһы өлкән ҡатын менән уның ейәнсәрен бәләкәй бүлмәлә бикләп тотҡан.

Магазин хеҙмәткәрҙәре бөтәһенә һатып алыусының ҡараҡлығы сәбәпсе тип аңлата. Ҡатындың сумкаһында түләнмәгән тауарҙар табыла - уларҙың хаҡы яҡынса 400 һум тәшкил иткән. Супермаркет тотҡоно иһә был әйберҙәр тураһында онотоуын белдерә, аҙаҡ ул табылған тауар өсөн түләргә лә тәҡдим итә, тик магазин хеҙмәткәрҙәре быға ризалашмай. Ханым һаҡсыларҙың уларҙы хатта бәҙрәфкә лә сығармауында ғәйепләһә, супермаркеттағылар беҙ бик ипле ҡыландыҡ, тип аңлата. Тотҡондан ҡатынды тик баланың атаһы ҡотҡара алған, ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килгәс, ғаилә хоҡуҡ боҙоу осрағы тураһында ғариза яҙған. Әле материалдар тәфтиш комитетына тапшырылған.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш  комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән  ярҙамсыһы: «Осраҡ буйынса алдан тикшереү ҡуҙғатылды, тәфтишселәр ваҡиғалар үҫешен тергеҙеү өҫтөндә эшләй. Магазиндағы видеокүҙәтеү ҡоролмалары яҙмаһын өйрәнгәндән һуң, ниндәйҙер асыҡлыҡ буласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку