Тәбиғәт күренештәре республика халҡын һынай

Тәбиғәт күренештәре республика халҡын һынай 12.07.2016

Бөгөн Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылында боҙборсаҡ яуҙы. Уларҙың ҙурлығы урыны менән бүҙәнә йомортҡаһындай ине тип билдәләй ваҡиға шаһиттары. Ярты сәғәт самаһы дауам иткән ҡойма ямғыр һәм боҙборсаҡ йәшелсә-емеш уңышын тулыһынса тиерлек юҡ иткән.

Был кадрҙар ҡыш көнө түгел, ә йәй уртаһында төшөрөлгән. Беҙҙең климат шарттары өсөн сәйер күренешкә бөгөн Саҡмағош районы Яңы Балтас ауылында йәшәүселәр шаһит булды. Күгәрсен йомортҡаһы ҙурлығындағы боҙборсаҡты әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа күргәнебеҙ юҡ ине, ти урындағы халыҡ.    
Яуым-төшөм көндөҙгө сәғәт 12-ләр тирәһендә теркәлә. Алты сәғәттән ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, күреүебеҙсә, эре боҙ киҫәктәре әле булһа ла иреп өлгөрмәгән.  
Күк йөҙөн ҡара болоттар ҡаплай башлауын  ауыл халҡы иң тәүҙә шатланып ҡабул итә. Сөнки төбәктә күптән инде тамсы ла ямғыр яуғаны булмаған. Әммә дауыл сығып, боҙборсаҡ төшөүе уларҙы оло хафаға һала. Кешеләр шунда уҡ ҡош-ҡорттарын бикләргә, баҡсалағы уңыштарын йыйырға йүгерә.    
Боҙборсаҡтан ауылдың яртыһында йәшәүселәр генә зыян күрә. Ҡалғандар был турала туғандарынан, телевизорҙа барған яңылыҡтар аша ғына ишетә. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында йәрәхәтләнеүселәр теркәлмәй. Шулай уҡ хужалыҡ баҫыуҙары ла әллә ни зыян күрмәй.  
Тәбиғәт ғәрәсәте бөгөн  райондың башҡа төбәктәрен дә һынаған. Атап әйткәндә, боҙборсаҡ Яңы Ҡото ауылында йәшәүселәр өсөн тағы ла ҙурыраҡ зыян килтергән. Бында һыу кимәле 30 сантиметрға тиклем күтәрелгән. Ихаталарҙа күпләп ҡош-ҡорттар һәләк булған. Әлеге ваҡытта хужалар күрелгән зыян күләмен иҫәпләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку