Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ойошторған «Яңы йыл» операцияһы дауам итә

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ойошторған «Яңы йыл» операцияһы дауам итә 13.12.2017

Уның сиктәрендә мәҙәниәт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында янғын хәүефһеҙлеге буйынса аңлатыу эштәре, башҡа профилактик саралар уҙа. Пиротехника менән сауҙа итеүсе кибеттәргә даими рейдтар үткәрелә.

Сифатһыҙ шартлатҡыстар һатып алыу күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуға ла тауарҙың төргәгенә айырым иғтибар бүлеү кәңәш ителә, унда ҡулланыу буйынса ентекле инструкция булырға тейеш. Шулай уҡ һатыусынан пиротехникаға сертификат булыу-булмауын талап итеү ҙә мотлаҡ.
Владислав Абзалов, Өфө ҡалаһы буйынса янғын күҙәтеүе хеҙмәте дәүләт инспекторы: «Пиротехника менән биналарҙан илле метр арауыҡта ғына ҡулланырға мөмкин, көслө ел сыҡҡанда ул  да тыйыла. Шулай уҡ балконда, бина эсендә, хәүефле объекттарҙа был әйберҙәр менән файҙаланырға ярамай. Ата-әсәләләр балаларына иғтибарлыраҡ булһын ине, аңлатыу эштәре алып барыу мотлаҡ. Ни тиһәң дә, бәлә сығыу ихтималлығы юғары. Әйтәйек, яңыраҡ Асҡын районында туғыҙ йәшлек малайҙың ҡулында петарда шартланы, баланың күҙҙәре йәрәхәтләнде».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку