Орск ҡалаһы эргәһендә бәләкәй моторлы самолет ҡолап төштө

Орск ҡалаһы эргәһендә бәләкәй моторлы самолет ҡолап төштө 06.02.2016

Орск ҡалаһы эргәһендә бәләкәй моторлы самолет ҡолап төштө. Уның өлөштәренә Ырымбур өлкәһе ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыу отряды юлыҡты. Экипаж яҙмышы тураһында әлегә аныҡ мәғлүмәт юҡ.  «Лайт эйр» компанияһына ҡараған АН-2 бөгөн иртән һауаға Стәрлетамаҡ аэропортынан күтәрелгәйне. Еңел авиация самолеты Ырымбур  өлкәһендә  нефть үткәргесте тикшереү өсөн рейсҡа сыҡты. Бортта экипаж ағзаларынан ике кеше һәм бер пассажир булыуы билдәле. Һауаға күтәрелеп бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң самолет менән бәйләнеш өҙөлдө.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку