Стәрлетамаҡта йәшәүсе Карина Ҡадироваға ярҙам кәрәк 30.05.2017

13 йәшлек ҡыҙ биш йыл элек ауыр тән йәрәхәттәре алған. Ауылға өләсәһенә ҡайтҡан ваҡытта газ плитәһе янында баланың оҙон толомло сәсенә ут ҡаба. Һөҙөмтәлә Каринаның тәне 52 процентҡа бешә. Табиптар реанимацияла ятҡан ҡыҙҙың ғүмере өсөн ярты йыл буйы көрәшә.

Ошо ваҡыт эсендә ҡазаға тарыусыға тире күсереү буйынса 8 операция яһала, 89 тапҡыр ҡаны алмаштырыла, 22 плазма һәм 150 наркоз үткәрелә. Уҡыусы бала тулыһынса яңынан йәшәргә өйрәнә. Квота буйынса Каринаға 18 йәше тулғанға тиклем  Санкт-Петербургтағы институттарҙың береһендә операциялар кисергә тура киләсәк. Әммә дүрт бала тәрбиәләүсе әсәнең үҙенең генә ҡыҙын төньяҡ баш ҡалаға һәм башҡа төбәктәргә йөрөтөргә хәленән килмәй. Шулай уҡ ғаиләгә Израилдәге балалар плистик хирургына барырға ла кәрәк. Бының  өсөн Ҡадировтарға ҙур күләмдә аҡса талап ителә. Ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәргә экранда күргән иҫәпкә аҡса күсерә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика