Стәрлетамаҡтағы күп фатирлы йорттарҙың береһендә этте бысаҡ менән сәнскеләйҙәр

Стәрлетамаҡтағы күп фатирлы йорттарҙың береһендә этте бысаҡ менән сәнскеләйҙәр 07.12.2017

Был ҡот осҡос күренеш эҙемтәләренә подъезда йәшәүселәр, шул иҫәптән балалар ҙа шаһит була.  

Мәктәптән ҡайтып килгән балалар йорт эсендә эттең өрөп, сыйылдаған тауышын ишетеп, ҡоттары оса. Подъезда йәшәүселәр менән бергә улар тиҙ арала фатирҙарҙың береһендә йәберләүҙәрҙән интеккән хайуанды ҡотҡарырға ашыға. Әммә һуң була. Полиция хеҙмәткәрҙәре килгәс кенә, фатир хужалары ишек аса. Ночка ҡушаматлы эт иҙәндә үлек килеш табыла. Асыҡланыуынса, ул был өйгә ҡунаҡҡа килгән ир ҡулынан һәләк була. Фатирҙа йәшәүселәр асоциаль тормош алып барыуы ла билдәле.
Ангелина Сазонова, шаһит: «Ихата алдында гел йөрөгән был этте барыбыҙ ҙа яҡшы белә инек. Беҙҙең өсөн был ҙур юғалтыу. Уны ашата торғайныҡ, мин һәр ваҡыт кәтлит менән һыйланым. Мәктәпкә тиклем оҙатып ҡуя торғайны. Был көндө уны күп фатирлы йортҡа әүрәтеп алып киткәндәрен күргән кешеләр ҙә булған».
Был осраҡ балаларға һәм үҫмерҙәргә психологик яҡтан насар тәьҫир итә. Эйәһеҙ эт булһа ла, уны  ихата балалары ғына түгел, ололар ҙа яратҡан. Хайуанға прививкалар ҙа яһалған булған, даими рәүештә ветеринарға күрһәткәндәр.  Стәрлетамаҡта тиҫтәгә яҡын ирекмән урамда йөрөгән ҡырҡтан ашыу этте иҫәпкә ҡуйып, күҙәтеү аҫтында тота.
Татьяна Мерзлякова, ирекмән: «Полиция хеҙмәткәрҙәре Ночка ҡушаматлы этте сәнскеләп үлтереү буйынса минән  «Хайуандарға аяуһыҙ мөнәсәбәт» статьяһы буйынса енәйәт эше асыуға ғариза алды. Тик был фатирҙа йәшәгән кешеләрҙе иртәгәһенә үк иреккә сығарҙылар. Енәйәт составы юҡ тип, язаһыҙ ҡалыуҙары бар бит. Шунан ҡурҡам».
Вәхшилек күренеше хаҡында яңылыҡ иһә ҡалала ғына түгел, республика буйлап тарала. Стәрлетамаҡ ирекмәндәре әлегә интернетта петиция яҙған. Улар ғәйеплеләрҙең законға ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырылыуын һорай.
Урындағы халыҡ билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта ҡалала йорт хайуандарына ҡарата аяуһыҙлыҡ күрһәтеү осраҡтары йышайған. Әйтәйек, тап ошо сүп-сар контейнерҙарында был март айында өс эттең тиреһе табыла.
Ул ваҡытта ла полиция хеҙмәткәре саҡыртыла, әммә енәйәт составы юҡ тип бер ниндәй ҙә эш ҡуҙғатылманы,-ти ирекмәндәр. Кем белә, бәлки, был йүнәлештә енәйәт яуаплылығы көсәйтелһә, вәхшилек күренештәре лә кәмер ине. Әлегә Дәүләт думаһында «Хайуандарға аяуһыҙ мөнәсәбәткә» ҡағылышлы закон проекты тәүге уҡыу үтте. Уға ярашлы, ғәйепле тип танылғандарға  яза - биш йылғаса иректән мәхрүм ителеүгә тиклем күтәрелеүе ихтимал. Хоҙайбирҙин урамында йәшәүселәр иһә әлегә башҡа урам эттәре бәләгә тарымаһын өсөн, уларҙы һағалап ҡына йөрөй. Берәҙәк түгелдәр, был хайуанҡайҙарға бар ихата хужа.
Стәрлетамаҡта эйәһеҙ эттәрҙе урынлаштырыр өсөн бер генә шәхси приют бар. Уныһы ла тулған. Шуға күрә ирекмәндәр ҡыш  ҡына түгел, йыл әйләнәһенә был хайуандарға ҡарата йылы мөнәсәбәттә булырға саҡыра. Улар ҙа бит - тере йән эйәләре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку