Стәрлетамаҡта урлашыуҙа ғәйепләнгән 60 йәшлек ҡатын ҡулға алынған 28.04.2016

Ауырғазы районында поликлиника пациенттарының аҡса янсығын урлап, байырға теләгән ханым медицина учреждениеһында ҡуйылған видекүҙәтеү камераһы аша асыҡлана. Яҙмаларҙа бурҙың ниндәй автомобилгә ултырып китеүе лә күренә. Хәҙер хоҡуҡ һаҡсылары юғалған янсыҡтарҙың хужаларын эҙләй, мутлашыусының башҡа урлашыуҙарға бәйле булыу-булмауын билдәләй. Әйткәндәй, ғәйепләнеүсе башҡа төбәктә федераль эҙәрлекләүҙә иҫәпләнгән, быға тиклем дә уға ошондай уҡ өс енәйәт эше ҡуҙғатылған була.

Мария Никитина, Эске эштәр министрлығының Ауырғазы районы буйынса бүлеге тәфтишсеһе: «Ғәйепләнеүсе ҡатын поликлиникала халыҡтың күп булыуынан файҙалынып, регистратураға сиратҡа баҫҡан. Яҡында торған кешенең сумкаһын уң ҡулы менән һиҙҙермәйсә генә асып, янсығын сығарған».
Ғәйепләнеүсе әйтеүенсә, иректә ул оҙон ҡулы ярҙамында еңел генә аҡса эшләгән. 15 йәшенән алып башлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙың сумкаларынан янсыҡ урлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика