Стәрлетамаҡ районында 4 йәшлек бала электр тогынан һуғылған 31.07.2014

Әле малай 4-се төркөм тән бешеүе менән дауаханала ята. Белгестәр әйтеүенсә, бала трасформаторға үтә яҡын барған. Электр ҡоролмаһына ул бикле торған кәртә аша һикереп ингән. Шаһиттар әйтеүенсә, был ваҡытта сабыйҙың әсәһе лә эргәлә булған. Ләкин фажиғәне бер нисек тә иҫкәртә алмаған.

Яралар шул тиклем ҙур, хатта, эшкәртеп бәйләү ҙә дөйөм наркоз тәьҫирендә башҡарыла. Ҡеүәтле электр тогын тотош тән аша үткәргән малайҙың иҫән ҡалыуы мөғжизәгә тиң, ти табиптар. Сабир 4-се төркөм тән бешеүе алған. Аяғы, эсендәге яралар уңалыр ҙа, әммә бер ҡулын ҡотҡарырлыҡ булмаған. Хирургтар малайҙың беләген киҫергә мәжбүр була. Фажиғә Төрөшлө ауылында теркәлгән. Сабир тиҫтерҙәре менән уйнап йөрөй ине, ти малайҙың әсәһе. Ололар бер аҙға ғына иғтибарҙан ысҡындырған арала, малайҙар трасформатор эргәһенә барған. Электриктар әйтеүенсә, ҡоролма тирә яҡлап кәртәләнгән, ҡапҡаһы ла бикле торған. Ләкин әсә кеше был һүҙҙәрҙе иңҡар итә. Уның белдереүенсә, трасформатор биләмәһе бикләнмәгән була. Гөлгөнә Ҡаранаева, Сабирҙың әсәһе: «Геүелдәү ишетелгәнгә йүгереп барғайным Сабир ерҙә ята ине. Ауыҙы күбекләнеп, тәне тартҡылашып ята ине. Барып йәбешкәйнем - мине лә ток һуҡты. Ярай әле эргәлә кешеләр булды. Шунда уҡ машинаға һалып, дауаханаға алып киттек. Трасформатор бер ҙә кәртәләнмәгәйне». Трансформатор асыҡ торғанмы, юҡмы Сабир өсөн хәҙер айырма юҡ. Әле ул ауыр яралар әрнеүенән тыш, көн аша тиерлек үткәрелгән наркозды түҙергә тейеш. Табиптар Сабирҙың хәлен ауыр, тип билдәләй. Электр тогынан алынған йәрәхәттәр дауалауға яй бирешә. Ольга Попова, тән бешеүен дауалау бүлеге мөдире: «Бәләкәй яралар йүнәлеүгә табан китте лә ул, әммә ҙур йәрәхәттәр бирешмәй. Бар саралар күрелә. Ҡандың зарарланыуынан ҡурҡабыҙ. Көн дә тән температураһы күтәрелә. Табиптар һәр минут малайҙың ғүмере өсөн көрәшә». Табиптар электр тогынан һуғылыу һирәк, әммә булып тора, ти. Балаларҙың эске органдары зарараланып, ярты тәне бешеп килгәндәре лә бар. Уларҙың күбеһе ҡотҡарып алып ҡалынған. Сабирҙың дә һауығып сығыуына ҙур ышаныс бар, ти белгестәр.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика