Стәрлетамаҡ районы Косяковка ауылындағы фажиғәнең көтөлмәгән дауамы

Стәрлетамаҡ районы Косяковка ауылындағы фажиғәнең көтөлмәгән дауамы 20.10.2017

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 октябрҙә идара итеү хоҡуҡтары бөтөнләй булмаған 15 һәм 13 йәшлек үҫмер скутерҙа ике бала әсәһе Алена Назированы бәрҙерә. Шаһиттар әйтеүенсә, ошо ваҡиғаға тиклем уларҙы айыҡ булмаған килеш күргәндәр. Ауыр тән йәрәхәттәре алған ҡатын мәрткә китә һәм бер аҙнанан дауаханала аңына килмәй йән бирә.

Әсәһе вафат булғандан һуң 9 йәшлек Янаны биологоик атаһы үҙенә алып ҡайтҡан, ә  Рөстәм менән Алена Назированың ике йәшлек ҡыҙын опека органдары тартып алырға итә. Был хаҡта Рөстәмгә ҡатынын ерләгәндән һуң опека органдары телефон аша хәбәр иткән.

Ике өлөсәй бәләкәс ейәндәре өсөн борсола. Рөстәм ҡыҙы өсөн өҙөлөп тора. Нигә  ике йәшлек баланы атаһынан да айырырға тырышалар.

Был ғаилә тирәһендә яҡындары вафатынан һуң,  бәхәсле осраҡтар ҙа күбәйгән. Ирҙең туғанын велосипед урлауҙа ғәйепләп, полиция хеҙмтәкәрҙәре енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Яҡын кешеләрен юғалтыусылар, бындай аҙымдарҙы -ғаиләне күрәләтә йәберләүгә тиңләй һәм туған-тыумасалары юл-траспорт фажиғәһе сәбәпсеһе булған туғандарын яуаплылыҡтан ҡасырырға тырыша тип һанай.

Юл-транспорт фажиғәһенең шаһиты -Валерий Петров
ул көндө еңел автомобилендә ҡаланан йортона ҡайтып килгән. Ул ҡапыл тимер бәрелгән тауышҡа туҡтай.

Скутер менән идара итеүсе 15 йәшлек Максим Николаевтың туғандары, үҫмерҙең бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ тигән фекерҙә. Улар әйтеүенсә, Алена Назырова ике тәгәрмәсле транспорттың тәгәрмәстәре аҫтына үҙе килеп керә, үҫмер транспортын ситкә алып өлгөрмәй ҡала.

Яҡындарын юғалтҡан ғаилә ағзалары һәм водитель танытмаһы булмаған көйө скутерҙа юл -транспорт фажиғәһенә сәбәпсе үҫмерҙең яҡындары араһында көсөргәнешле мөнөсәбәт дауам итә.  Назировтарҙың ҡайғыһы тәрән, ә ҡалғандар ғәйеплене аҡлау маҡсатында төрлө хәйләләр ҡора.  Фажиғә булған урамдан бер туҡтауһыҙ машиналар ағыла. Йәйәүле лә, мопедлы ла, арбалы һәм ауыр тонналы машина водителдәре лә  ауыл уртаһынан елдерә.

Косяковка ауылында  йөк автомобилдәре өсөн урау юл да бар. Әммә уны ауыр йөк машиналары емереп бөткән. Шуға күрә күпселек водителдәр был емерек юлдан йөрөмәйенсә ауыл уртаһындағы тигеҙ асфальттан йөрөүҙе хуп күрә. Бер кем дә йөк машиналарына юл тыйылған тигән билдәне иҫәпкә алмай. Ауыл халҡы мығып торған машиналар араһында яңы фажиғә ҡабатланып ҡуйыр тип хәүефләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку