Стәрлетамаҡ пассажирҙары өсөн маршрут автобустары үлем транспортына әйләнә яҙа

Стәрлетамаҡ пассажирҙары өсөн маршрут автобустары үлем транспортына әйләнә яҙа 20.01.2015

Билдәһеҙ кешеләр автобустарға пневматик ҡоралдан  ут аса. Бер юлы дүрт  йәмәғәт транспорты зыян күрә.

Ғәҙәттән тыш хәл кисә Гоголь һәм Хоҙайбирҙин урамдарында теркәлә. Киске 9-ҙар тирәһендә 17-се маршрут буйынса бер-бер артлы юлланған автобустарға ата башлайҙар. Водителдәр әйтеүенсә, йәмәғәт транспортына эргәләге машиналарҙан атҡан булыуҙары ихтимал, сөнки тирә-йүндә шикле кешеләр күренмәй. Ике автобуста икешәр пуля эҙе, икәүһендә берәр эҙ тороп ҡалған. Ғәйеплеләр әлегә табылмаған, полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү эштәрен дауам итә һәм Стәрлетамаҡ халҡын уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра. Мәғлүм булыуынса, был беренсе осраҡ түгел. Ҡалала автобустарға атыу былтыр ҙа теркәлгән. Ул ваҡытта салонда бәләкәй балалы ҡатын була. Улар мөғжизә менән генә тере ҡала. Марат Мусин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: «Полиция, ҡотҡарыусылар һәм башҡа тиҙ ярҙам хеҙмәттәре ғәҙәттән тыш хәл урынына шунда уҡ килеп етте. Бәхеткә зыян күреүселәр юҡ. Автобустарға атыу буйынса ниндәйҙер мәғлүмәт белгән кешеләрҙе бәйләнешкә сығыуын һорайбыҙ. Ғәйеплеләр үҙ язаһын алырға тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика